Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фәрит Яҡшиғолов - Йәшәү йәмен күр әле /минус/ | Текст песни

Фәрит Яҡшиғолов көйө
Рәзиф Зөбәйеров һүҙҙәре

Ел дауылдар туҙып ҡына тора,
Шатлыҡтарға ҡуйып кәртәләр.
Әрнеүлекте уҙып (үтеп) ҡояш сыҡҡас
Ҡабат гүзәлләнә иртәләр.

Шатлыҡтарҙың ояһын
Күңел биреп күр әле.
Гел ҡайғырып йөрөмә һин,
Йәшәү йәмен күр әле.

Тормош ҡасан еңел булды икән?
Һәр кемгә лә килә һынауҙар.
Бәхет тигән изге төшөнсәгә
Йәйҙәремдә төшә ҡырауҙар.

Шатлыҡтарҙың ояһын
Күңел биреп күр әле.
Гел ҡайғырып йөрөмә һин,
Йәшәү йәмен күр әле.

Ел дауылдар өйөрмәләр менән,
Бөтөрөргә теләй, бөгөргә.
Ғазаплы төн уҙып, ҡояш сыҡҡас,
Ҡалғанына була түҙергә.

Шатлыҡтарҙың ояһын
Күңел биреп күр әле.
Гел ҡайғырып йөрөмә һин,
Йәшәү йәмен күр әле.


Фәрит Яҡшиғолов еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1