Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Фәрит Яҡшығолов - Мин бәхетле /минус/ | Текст песни

Фәрит Яҡшиғолов көйө
Айгөл Ишемғужина шиғыры

Мин бәхетле һине күреүҙән,
Аҙаҡ һине уйлап йөрөүҙән
Ниңә һөйҙөм тип янып,
Берсә йлап, берсә көлөүҙән.

Бәхетлемен! Йырҙарым бар,
Әсәйем һәм тыуған ерем бар!
Донъяға ғашиҡ йөргәмдән
Рухландырыр ғәзиз йәрем бар.

Мин бәхетле һин бар донъяла
Арабыҙҙа юлдар булһала.
Хыялымда йәшәйһең икән,
Кем хыялға ҡәртә ҡуяла?

Бәхетлемен! Йырҙарым бар,
Әсәм, атам, тыуған ерем бар!
Донъяға ғашиҡ йөргәм менән
Рухландырыр ғәзиз ерем бар.

Мин бәхетле һине һағынып,
Уйға ҡалһам осоп ҡабынып.
Илһам үҙе ингә ҡунһа ла
Йырҙар тыуа мин дә һыҙылып.

Бәхетлемен! Йырҙарым бар,
Әсәйем һәм тыуған ерем бар!
Донъяға ғашиҡ йөргәмдән
Рухландырыр ғәзиз йәрем бар.

Фәрит Яҡшығолов еще тексты


Другие названия этого текста
  • Фәрит Яҡшиғолов - Мин бәхетле (0)
  • Фәрит Яҡшығолов - Мин бәхетле /минус/ (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1