Тышта йылы яҙғы көндәр,
Ә йөрәгемдә ҡар яуа.
Һинең менән мин хушлашам
Йыраҡтарға, мәңгелеккә.
Ә беҙ икәү бергә инек,
Айырылмаҫҡа ант иткәйнек.
Әйтсе, йәнем,
Нисек кенә һинһеҙ йәшәйем мин
Нисек кенә һинһеҙ йәшәйем мин?
Аңла, йәнем,
Йөрәгемде алып китерһең һин,
Йөрәгемде алып китерһең һин...
Йәштәр аға күҙҙәремдән,
Тынғыһыҙ кис, вокзал шаулай.
Әйт, һорарға кәрәк кемдән
Яҙмыштың булырын шулай?
Ә беҙ икәү бергә инек,
Айырылмаҫҡа ант иткәйнек.
Әйтсе, йәнем,
Нисек кенә һинһеҙ йәшәйем мин
Нисек кенә һинһеҙ йәшәйем мин?
Аңла, йәнем,
Йөрәгемде алып китерһең һин,
Йөрәгемде алып китерһең һин...
Ф.Султангулов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1