Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Хәниә Фәрхи - Танып буйы /минус/ | Текст песни

Илгиз Зәкиров көйө
Әнғәм Атнабаев шиғыры

Танып буйы ҡарағат,
Өҙмәм — һиңә ҡалдырам,
Килгәнеңде көтә-көтә,
Күҙҙәремде талдырам.

Танып буйы әрәмә,
Керһәм — башым әйләнә,
Абау, бәғрем, сәскәйҙәрем
Сәстәреңә бәйләнә.

Танып буйы ҡамышлы,
Ҡамыштары һағышлы,
Ишеттеңме «яратам» тип
Бышылдаған тауышты?!

Танып буйы болонло,
Болононда булдыңмы?
Болондарҙа аҙашырбыҙ, —
Бир, ҡәҙерлем, ҡулыңды!

Танып буйы бөрлөгән,
Өҙөп һиңә бир тигән,
Өҙөлөп һөйгән йәрең өсөн
Утка-һыуға кер тигән.

Танып буйы әрәмә,
Керһәм — башым әйләнә,
Абау, бәғрем, сәскәйҙәрем
Сәстәреңә бәйләнә.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-