Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Хажмөхәмәт Ғиззәтуллин - Намаҙ ғибәҙәте (Айнур BoooRe Production, Х. Ғиззәтуллин һүҙҙәре) | Текст песни

Намаҙ ғибәҙәте.

1.

Намаҙ, ғибәҙәт – диндең нигеҙе.
Биш ваҡыт намаҙ һәр кемгә фарыз.
Рәхмәт ҡапҡаһын асыр Раббыбыҙ,
Пак күңел менән намаҙ уҡыһаң.
Аҙан тауышы иртәле – кистә
Яңғырап тора һәр бер мәсеттә:
Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! –
Аллаһты иҫкә алырға ашыҡ!

Ҡушымта (припев):

Саф шишмәлә, ағын һыуҙа
Йыуынғас, тән пакланғандай,
Ғонаһтарҙан арыныр йән,
Һәр намаҙҙы уҡығанда.

2.

Көндәр сәййиде – мөбәрәк йома,
Изге теләктәр әйтелер бында.
Йома намаҙын һис ҡалдырмайыҡ,
Ғәйеттән дә ҙур фарыз ғәмәлде.
Донъяуи эштән мөһим ғибәҙәт.
Хөтбә тыңлаһаң, килер бәрәкәт.
Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! –
Аллаһ рәхмәтен алырға ашыҡ!

Ҡушымта (припев):

Саф шишмәлә, ағын һыуҙа
Йыуынғас, тән пакланғандай,
Ғонаһтарҙан арыныр йән,
Йома намаҙын уҡығанда.

3.

Ураҙа, Ҡорбан – Ғәйет байрамы
Мәсеткә барыу һәр кемгә үәжиб.
Зекер һәм тәкбир әйтеү сөннәттер,
Күңелде сафлар фәһемле вәғәз.
Йәтим – ярлыға был оло көндә
Фитыр, ҡорбанды биреүең лазым.
Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! –
Аллаһты зекер итергә ашыҡ!

Ҡушымта (припев):

Саф шишмәлә, ағын һыуҙа
Йыуынғас, тән пакланғандай,
Ғонаһтарҙан арыныр йән,
Ғәйет намаҙын уҡығанда.


Хажмөхәмәт Ғиззәтуллин еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1