Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Хажмөхәмәт Ғиззәтуллин - Нәсихәт (Айнур BoooRe Production, Х. Ғиззәтуллин һүҙҙәре) | Текст песни

Нәсихәт.

1.

Аллаһ исемдәре менән
Мин һүҙемде башлайым.
Бөйөк рәхмәт үә шәфҡәтҡә
Өмөтөмдө бағлайым.
Эй кешеләр! Иҫән саҡта
Мәрхәмәтле булайыҡ.
Әхирәтте онотмайыҡ,
Изге ғәмәл ҡылайыҡ.
Аллаһ ғүмер бүләк иткән,
Шуға шөкөр ҡылайыҡ.
Һыра, хәмергә алданмай,
Һәр ваҡытта бул айыҡ.
Ҡулыбыҙҙа изге Ҡөрьән,
Йөрәктә Аллаһ булһын.
Иманлыны Раббы һөйә
Күңелгә сафлыҡ тулһын.

2.

Донъя фани – онотмайыҡ,
Яманға юлыҡмайыҡ.
Күрәҙәлек ғилем түгел,
Ҡөрьән бит үҙе – дәлил.
Көнсөллөктән һаҡланайыҡ,
Харамдан тыйылайыҡ.
Хәләлгә хеҙмәт итәйек –
Хаҡ мосолман булайыҡ.
Ғәҙел булыу – сауаплы эш,
Яҡшы һүҙ ҙә – саҙаҡа.
Аллаһ рәхмәттәре төшөр,
Ҡаршы торһаң яҙаҡҡа.
Тәҡүәле булығыҙ, тип,
Өйрәтә беҙҙе Фурҡан.
Һәр мосолман өсөн фарыз
Һиҙиәт юлы Ҡөрьән.

Ҡушымта (припев) :

Ихлас күңелдән иман
Кәлимәһен әйтәбеҙ:
"Ләә иләәһә илләллаһ
Мүхәммәдүр - расулүллааһ"


Хажмөхәмәт Ғиззәтуллин еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1