Етегән шишмәләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ,
Сылтыр-сылтыр аға көмөш һыу.
Көмөш һыуҙар аға, ҡоштар һайрай,
Шул саҡтарҙа бигерәк, шул саҡтарҙа бигерәк, яман һыу.
Етегән шишмәләргә йөҙөк һалдым, йөҙөк һалдым,
Етегән йондоҙ күреп ҡалһын, тип.
Йәнкәй-йәнеш алһын да ҡыуанһын,
Вәғҙәләрем булып, вәғҙәләрем булып ҡалһын, тип.
Етегән шишмәләрҙең талы бөгөлә, талы бөгөлә,
Әкрен иҫкән йәйге елдәргә.
Ҡалаһығыҙ инде, беҙ китәбеҙ,
Беҙ китәбеҙ алыҫ, беҙ китәбеҙ алыҫ, илдәргә.
Халыҡ йыры еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2