Һандуғастар ҡунып ҡайҙа һайрай?—
Сарман буйҙарында тирәктә шул,
Сарман буйҙарында тирәктә.
Һиңә булған йәшлек мөхәббәтем
Үрелеп сәскә ата йөрәктә.
Сарман буйҙарынан үткән саҡта
Тыңларһыңмы, йырҙар йырлармын шул,
Тыңларһыңмы, йырҙар йырлармын.
Күҙҙәреңде тултырып ҡарарһыңмы,
Зәңгәр тауҙан яулыҡ болғармын.
Сарман буйҙарында йәшел ялан,
Бесәндәре етәр бер заман шул,
Бесәндәре етәр бер заман.
Бергә йәшәүҙәре бик күңелле,
Әмма айырылышыу бик яман.
Халыҡ йыры еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1