1)Йор теле һин, моң теле һин
Батыр, сәсәндәр теле һин
Киләсәк быуындар терәге.
Йөрәгемдән асылы һин
Ходай бай аманыты һин
Бай, йомарт, тәрән башҡорт теле.
Ҡушымта;
Йәшә мәңге!
Йәшә башҡорт теле.
Атам-әсәм теле,
Киләсәгем теле.
Йәшә мәңге!
Йәшә башҡорт теле.
Изге һүҙҙәр иле,
Тыуған телем минең.
Йәшә мәңге!
2)Батырҙар тыуһын илемдә,
Тәүге һүҙҙәре был ерҙә
Тыуған телендә яңғыраһын.
Һәр сабыйҙың йөрәгендә
Салауат рухы ҡабынһын.
Теленә тоғро булып ҡалһын.
Ҡушымта;
Йәшә мәңге!
Йәшә башҡорт теле.
Атам-әсәм теле,
Киләсәгем теле.
Йәшә мәңге!
Йәшә башҡорт теле.
Изге һүҙҙәр иле,
Тыуған телем минең.
Йәшә мәңге!
3)Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер ҡәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен,
Бер телдән дә телем кәм түгел.
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла
Кәм күрер тик уны кәм күңел.
Ҡушымта;
Йәшә мәңге!
Йәшә башҡорт теле.
Атам-әсәм теле,
Киләсәгем теле.
Йәшә мәңге!
Йәшә башҡорт теле.
Изге һүҙҙәр иле,
Тыуған телем минең.
Йәшә мәңге!
Хан кызы еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1