Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Харис Шәрипов - Яҙҙар үткәс | Текст песни

Ризуан Хәкимов көйө
Вәлит Илембәтов шиғыры

Яҙғы ташҡын ярҙарына ҡайткан,
Һары һағыш кергән урманға.
Күңелдәрҙә ташҡын, йөрәктә дәрт,
Һин булғанға, һөйөү булғанға.

Аймылышҡан яҙмыштарҙы уҙып,
Осраштыҡ беҙ тормош юлында.
Ләкин бер — беребеҙгә бирер балдаҡ
Хәҙер башҡаларҙың ҡулында.

Һуңға ҡалып ҡайткан бер аҫыл ҡош
Бөгөн таңдан өҙлөп һайраны.
Был донъяның моңға тулған сағы,
Күңелемдә — һөйөү байрамы.

Аймылышҡан яҙмыштарҙы уҙып,
Осраштыҡ беҙ тормош юлында.
Ләкин бер — беребеҙгә бирер балдаҡ
Хәҙер башҡаларҙың ҡулында.

Һиңә киләм. Яҙмыш юлыбыҙға
Үтәлмәҫлек кәртә ҡорһа ла.
Был мөхәббәт үҙе бәхет икән
Үкенестән генә торһа ла.

Аймылышҡан яҙмыштарҙы уҙып,
Осраштыҡ беҙ тормош юлында.
Ләкин бер — беребеҙгә бирер балдаҡ
Хәҙер башҡаларҙың ҡулында.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-