Илшат Хәлилов көйө
Сафуан Әлибай шиғыры
Ашҡынам айҙар, йылдар,
Һине эҙләйем мин,
Ҡайҙа ғына юғалдың
Һаман белмәйем мин,
Ә мөхәббәт
Эҙләмәйсә мәңгегә табылмай,
Йөрәгеңдә ялҡындар ҡабынмай.
Эҙләрмен ерҙә, күктә,
Янырмын утта мин.
Мең урап ғәләмдәрҙе,
Барыбер табырмын мин,
Ә мөхәббәт
Эҙләмәйсә мәңгегә табылмай,
Йөрәгеңдә ялҡындар ҡабынмай.
Бергә әйләнәбеҙ
Икһеҙ-сикһеҙ донъяла.
Ергә бит кешеләр.
Ашҡынам айҙар, йылдар,
Һине эҙләйем мин,
Ҡайҙа ғына юғалдың?
Һаман белмәйем мин,
Ә мөхәббәт
Эҙләмәйсә мәңгегә табылмай,
Йөрәгеңдә ялҡындар ҡабынмай.
Эҙләрмен ерҙә, күктә,
Янырмын утта мин.
Мең урап ғәләмдәрҙе,
Барыбер табырмын мин,
Ә мөхәббәт
Эҙләмәйсә мәңгегә табылмай,
Йөрәгеңдә ялҡындар ҡабынмай.
Бергә әйләнәбеҙ
Икһеҙ-сикһеҙ донъяла.
Ергә бит кешеләр,
Серле генә күҙләп,
Һағыштарҙан йөҙәп,
Бер-береһен эҙләп
Табыр өсөн ярала.
Ашҡынам айҙар, йылдар,
Һине эҙләйем мин,
Ҡайҙа ғына юғалдың?
Һаман белмәйем мин,
Ә мөхәббәт
Эҙләмәйсә мәңгегә табылмай,
Йөрәгеңдә ялҡындар ҡабынмай.
Хима Йәнбирҙина еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1