Мөмкин түгел
Я.Колмой һүз.
Р.Әхмәтова көйө
1.Таңды ҡотлап ҡоштар һайрашҡанда
Йөрәгемдә дәртле моң ҡала.
Йырһыҙ йәшәү мөмкин түгел икән,
Шул йыр һымаҡ матур доньяла.
2.Ҡайҙа барһаң,шунда дуҫ – иш кәрәк,
Дуҫ булғанда йөҙөң нурлана.
Бойоҡҡан ҡош һымаҡ,дуҫһыҙ йәшәү
Мөмкин түгел яҡты доньяла.
3.Һөйгән иркәң бер йылмайһа һиңә,
Борсолоуың эҙһеҙ юғала.
Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел,
Мөхәббәтле ошо доньяла
Әхмәтова Рәзидә еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1