Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Хәниә Фәрхи - Һин донъяла йәшәй тиһәләр | Текст песни

"hИН ДОНЪЯЛА ЙӘШӘЙ ТИhӘЛӘР"

Гел яҙҙарҙан ғына тормай яҙмыш,
Көҙгө елдәр ҡай саҡ иҫәләр.
Йәшлек үтеүенә ышанмамын,
Һин донъяла йәшәй тиһәләр.

Гел наҙҙарҙан ғына тормай һөйөү,
Һағыштар ҙа йәнде киҫәләр.
Һағыныуҙарҙан дауа ошо булыр -
Һин донъяла йәшәй тиһәләр.

Һөйөүемде һөйләп наҙлы елгә,
Үрмә гөлдәр гөрләп үҫәләр.
Күңел нурым бар донъяға етер -
Һин донъяла йәшәй тиһәләр.

Хәниә Фәрхи еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1