Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп,
Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан.
Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр
Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан.
Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым,
Йыйған сәскәләр шиңделәр инде.
Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр
Һүнделәр инде, һүнделәр инде.
Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер,
Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә.
Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан,
Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
Хәсән Усманов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1