Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Шаира Алимгужина - Көҙ (авт.стих.Зульфия Алимгулова) | Текст песни

Һары япраҡтар ҡойола,
Түшәлә ергә келәм,
Көҙ һағышы сорнап алған
Алтынға сумған ғәләм.
Шыбырҙай елгә япраҡтар,
Хушлашыу йырын йырлай
Бик ҡыҫҡа шул ғумерҙәре-
Яҙ шатлығын көҙ\"урлай\".
Ел-дауылдарға сыҙамай
Өҙөлөп төшә япраҡ,
Юҡҡа сыҡмай-ала уны
Үҙ ҡуйынына тупраҡ.
Яланғасланған ағастар,
Япраҡтар ҡалған һирәк,
Ғумерҙәр бик тиҙ үтә шул
Ҡәҙерен белеү кәрәк..

Шаира Алимгужина еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-