Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Шамил Хәмәҙинуров - Борай ауылы көйө | Текст песни

Башҡорт халыҡ йыры

Бара торғас бер ултырҙым
Бейек тау билдәренә.
Беҙ түгел - ҡоштар талпына
Ҡайтырға илдәренә.

Урал тауы ҡайҙа икән,
Урал тауы күрәнмәй?
Йәшектәге саф мөхәббәт
Нишләһәң дә һүрелмәй.

Һыу буйында ике тирәк
Берһен киҫергә кәрәк.
Берһен киҫһәң - яңғыҙ ҡала,
Яңғыҙ нишләргә кәрәк.

Сәхрәләргә сыҡһаң дуҫым
Ал сәскәләргә ҡара.
Шул ал сәскә мин булырмым
Ал да түшеңә ҡаҙа.

Ҡарағайлы ҡаруманды
Үтер көндәр булырмы?
Ҡаршы килеп, ҡул бирешеп
Ҡүрешер көндәр булырмы?

Шамил Хәмәҙинуров еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2