Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ынйы Әхмәтова - Абаға сәскәһе | Текст песни

Абағалай серле һинең мөхәббәтең,
Ҡасан сәскә атыр – белмәҫһең.
Өҙгөләнеп һине, һине саҡырһам да
Ишетмәҫһең инде, килмәҫһең.

Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин,
Ниндәй генә матур сәскә атһа ла.
Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға
Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Карурманға кердем бары һине эҙләп,
Күрһәтер тип юлды абаға.
Сәскәһенең сихри яҡтылығы һине
Ярҙам итер тиеп табырға.

Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин,
Ниндәй генә матур сәскә атһа ла.
Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға
Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Шундай матур итеп, сәскә ата, тиҙәр,
Тирә-яҡты күмеп яҡтыға.
Абағаның шулай сәскә атмауын да
Юрайһылыр, бәлки, яҡшыға.

Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин,
Ниндәй генә матур сәскә атһа ла.
Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға
Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Ынйы Әхмәтова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1