Сал тауҙарҙан алыҫтарға баҡтым
Киңлегенә тыуған Уралдың.
Ишеттем мин мәғрүр тауҙар шаңын,
Моң түгеүсе йырын ҡурайҙың.
Үткән заңын сағылдыра төҫлө
Һәр бер ағас,һәр бер таш - ҡая.
Ана,ана,бейек зәңгәр күктә
Баш осомда бөркөт шыҡыя.
Кешелеккә бер ни кәрәк түгел -
Көмөшө лә,аҫыл алтын да.
Бары тик бер ҡыҫҡа ғумер етә.
Ҡыҫҡа - әммә Тыуған яғында.
Шул саҡ иҫкән елдәр,ҡурай булып,
Йөрәгемә моңдар ураны.
Был - бөркөт бит!Көслө ҡыйғыр ҡошом -
Башҡортомдоң бөйөк уланы!
Шауланылар зифа ҡайындарым,Сылтыр - сылтыр килде Ағиҙел.
\"Ҡайттыңмы?\", - тип өндәштем мин. -
Ҡайтырыңды көттөк,һиҙҙек гел!
\"Кешелеккә бер ни кәрәк түгел -
Көмөшө лә,аҫыл алтын да.
Бары тик бер ҡыҫҡа ғумер етә.
Ҡыҫҡа - әммә Тыуған яғында.
Күрәм күктән:шыҡһыҙ сәмреғоштар
Һаман илебеҙгә күҙ ата.
Торатауҙы таламаҡсы улар,
Йөрәгемде ошо ҡаната!
Ә мин осам әле,тынмаҫ моңом,
Бөтмәгән йыр,бараһы ерем бар.
Башҡорттарым,уяу булығыҙ!
Уяу булығыҙ,ҡыҙҙар,уландар! \"
Төш түгел был. Ысынбарлыҡ.
Шулай яуапланы тау - ҡая.
Ә бейектә,мәңге зәңгәр күккә -
Миңә таныш бөркөт шыҡыя...
Эльвина Ҡотлоюлова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2