Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Эльмира Якупова - Егеттәр хезмәт итә, ә кыззар һағынып көтә... (муз.сл. Э.Якупова, аранж.Р.Хабибуллин) | Текст песни

Егеттәр хезмәт итә, ә кыззар һағынып көтә...
Эльмира ЯКУПОВА көйө һәм һүҙҙәре

Был хәл булған далала,
беҙ белмәгән ауылда.
Ҡарағат ҡыуағында,
ярһып илай ҡыҙ бала.
Зөбәржәттәй күҙҙәрен,
ялтыратҡан йәштәре,
түҙә алмай йөрәге,
китә күрше егете.

Егеттәр хеҙмәт итә,
ә ҡыҙҙар һағынып көтә,
әсәйҙәре өҙгөләнеп,
көндәр, төндәр, үткәрә.

Ауыл гөрләп оҙатҡан,
ҡыҙ ситтән баҫып торған,
асылырға ҡыймаған,
ҡарашынан оялған.
Шым ғына, ҡаушап ҡына,
ҡыҙ егетте саҡыра...
Ҡул яулығын тоттороп,
ишектән сығып ҡаса.

Егеттәр хеҙмәт итә,
ә ҡыҙҙар һағынып көтә,
әсәйҙәре өҙгөләнеп,
көндәр, төндәр, үткәрә.

Ай аша айҙар үтә,
егет ауылға ҡайта,
әсәһе шатлығынан
ташлана ҡосағына.
Ауыл гөрләп яңраған,
егетте ҡаршы алған,
ҡыҙ ситтән ҡарап торған,
күренергә оялған.

Егеттәр хеҙмәт итә,
ә ҡыҙҙар һағынып көтә,
әсәйҙәре өҙгөләнеп,
көндәр, төндәр, үткәрә.

Ҡасып торған сағында,
кем дер ҡосаҡлап ала...
Йөрәген тулҡын ҡаплай,
аяҡтары тыңламай...
Егет ҡыҙҙың ҡулына,
ҡул яулығын тоттора,
ирендәре осраша,
ике йөрәк ҡауыша.

Егеттәр хеҙмәт итә,
ә ҡыҙҙар һағынып көтә,
әсәйҙәре өҙгөләнеп,
көндәр, төндәр, үткәрә.

Эльмира Якупова еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1