Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Эльмира Якупова - Эх, юлдар...юлдар... (муз.сл.Э.Якупова, аранж.Р.Нигматов) | Текст песни

Эх, юлдар...юлдар...
Эльмира ЯКУПОВА көйө һәм һүҙҙәре

Эх юлдар...юлдар,
бөтмәҫ йомғаҡтар.
Төрлө яҡтарға,
алып ташлайҙар.
Эх юлдар...юлдар,
алдан баралар,
әллә ҡайҙарға,
талпына улар.

Осрашыу, оҙатыуҙар,
танышыу, һағыныуҙар...
Ҡайҙа ҡарама юлдар,
яҙмыштарға хужалар.

Бәхетле парлар,
ғашиҡ булалар,
тормош юлына
аяҡ баҫалар.
Атай әсәйҙәр,
Беҙҙе көтәләр,
юлдарға ҡарап,
ғүмер үткәрәләр.

Осрашыу, оҙатыуҙар,
танышыу, һағыныуҙар...
Ҡайҙа ҡарама юлдар,
яҙмыштарға хужалар.

Эх юлдар...юлдар,
бөтмәҫ йомғаҡтар,
ярышҡан кеүек,
аттай сабалар.
Эх юлдар...юлдар,
алдан баралар,
рөхсәт һорамай,
яҙмыш ҡоралар...

Осрашыу, оҙатыуҙар,
танышыу, һағыныуҙар...
Ҡайҙа ҡарама юлдар,
яҙмыштарға хужалар.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-