ӨМӨТӨМДӨ ӨҘМӘЙЕМ
Юлай Моратов көйө
Фәриҙә Билалова (Әлибаева) шиғыры
Фани донъяларға тыуа кеше
Тик бәхете булмай тигеҙҙән.
Берәү бәхет ҡапҡаларын асһа,
Икенсеһе һыҡтай һағыштан.
Әсе яҙмыш һынауҙарын үтәм
Бирешмәйем әле, түҙәйем.
Бер ауырҙың бер еңеле булыр,
Өмөтөмдө әле өҙмәйем.
Өмөтөмдән яҙмам, әй, Хоҙайым
Донъя тормай бит ул яңылыштан
Кемдәр генә уҙып киткән икән,
Маңлайына яҙған яҙмыштан.
Әсе яҙмыш һынауҙарын үтәм
Бирешмәйем әле, түҙәйем.
Бер ауырҙың бер еңеле булыр,
Өмөтөмдө әле өҙмәйем.
Юлай Моратов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1