5 март 2015йыл. Башҡорт телендә ҡотлауҙар.
Хәҙер яңғыраясаҡ йыр бүләкте тыңларға Миәкә р-ны Исламғол ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндө Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғәниев Раиль Рәшит улын саҡырабыҙ. Һеҙҙе, Раиль, бөгөнгө матур байрамығыҙ менән ағайығыҙ Руслан, еңгәгеҙ Илнура, һеңлегеҙ Арина ҡотлайҙар, иң изге, иң йылы теләктәрен *Юлдаш* радиоһы тулҡындары аша еткерәләр.
Раиль туғаныбыҙ Исламғол ауылында Рәшит һәм Наилә Ғәниевтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Көтөп алынған ҙур шатлыҡ – оло ҡыуаныс була. Апаһы Гөлназ менән бергә-бергә уйнап, шаярып, көлөп үҫәләр. Ата-әсәһенә ярҙамлашалар.
Апаһы Гөлназ тормош иптәше Билал менән Аделина һәм Илнурҙы үҫтерәләр, Раиль туғаныбыҙ ҙа яңғыҙ түгел - улы Искәндәр үҫеп килә.
Туғаныбыҙ Раилгә 30 йәш… Күркәм матур юбилейын ҡаршылай ул. Әле генә кеүек – Исламғол урта мәктәбен тамамлағас Стәрлетамаҡ ҡалаһының өсөнсө һөнәрселек училищеһында уҡып иретеп йәбештереүсе һөнәрен алды, унан һуң Миәкә ДОСААФ-ында уҡып водитель һөнәренә эйә була. Әлеге көндә баш ҡалабыҙ Өфөлә уңышлы итеп водитель булып эшләй. Рәсәйҙең бик күп алыҫ төбәктәренә юлда йөрөй.
Туғаныбыҙ Раиль! Һин беҙгә бик ҡәҙерле, һинең бик тә бәхетле булыуыңды теләйбеҙ. Имәндәй ныңлы таҙалыҡ һиңә! Эшеңдә һиңә уңыштар ғына юлдаш булһын. Үҙең кеүек һәйбәт, ышаныслы, иманлы кешеләр генә осраһын. Хәйерле юлдар һиңә! Ғаилә бәхете, саф мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ һиңә. Ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеп, хыялдарың тормошҡа ашып, яндарыңда ҡәҙерле кешеләрең булып, бергә-бергә ғүмер итергә яҙһын! Атай-әсәйегеҙҙе һөйөндөрөп кенә, таҙа, иҫән-һау йәшәгеҙ.
Ҡәҙерле Раиль туған!
Уйланма, ҡәҙерлебеҙ, тормош юлдарында
Заман ауырлығын күрһәң дә!
Ерҙә һине өҙөлөп яратыусы
Туғандарың әле булғанда.
Тыныслығың булһын күңелеңдә,
Эштәрең дә барһын – гөрләһен!
Ғүмер буйы һинең йөрәгеңдә
Йәшәү дәрте һүнмәй дөрләһен!
Юбилейың менән ҡотлайбыҙ –
Теләйбеҙ бәхет кенә!
Нурланып торһон йөҙҙәрең
Бәхеттәр килеп кенә!
Хөрмәтле Раиль Рәшит улы Ғәниев! 30 йәшлек юбилейығыҙ ҡотло – мөбәрәк булһын! Шатлыҡ ҡыуаныстарҙа, шулай ышаныслы кешеләр, яҡын туғандар, улығыҙ Искәндәр, һөйгән йәрегеҙ менән оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын! Бөтә әйтелгән теләктәр ҡабул булһын.
Йыр: Юлъякшин Радик - Шатлык хистаре
кайтып индем ауылга язгы кистарза
куптән курмәгән инем мин дуҫ иптәштәрҙе
эх дуҫтарым әйҙәгеҙ тауҙың башына
унда усак ягырга кунел ашкына...
...шашып таша кунелемдә шатлык хистәре
муйфылдар сәскә атканда татлы еҫтәре
ауыл кисендә яратам дуҫтар һеҙҙе лә
йыйылһак ине шулай беҙ яҙын гел бергә
ҡабатланды шул кистә йәшлек йырҙары
шашып күңел хисенән йөрәк йырланы
эх дуҫтарым әйҙәгеҙ тауҙың башына
унда усак ягырга кунел ашкына...
Юлдаш радио еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1