Аҡ күбеккә батҡан юрғалар
Ҡышҡы юлдан ярһып сабалар.
Саҡ-саҡ ҡына аумай ҡалалар,
Һалыуланған саҡта саналар,
Арттан саба бала-сағалар.
Мамыҡ юрғандарга төрөнөп,
Төшә икән килен ауылға.
Боронғонан ҡалған ғәҙәт ул,
Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға,
Йәш кәләште күреп ҡалырға.
Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы,
Килен төшә бөгөн бер өйгә.
Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип,
Ҡайҙа ҡалған шундай сағым тип,
Ауыр һулап ҡуя әсәйҙәр.
(Ауыр һулап ҡуя әбейҙәр).
Күптән инде асып ҡуйғандар,
Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын.
Килен төшкән өйҙөң ҡапҡаһын,
Китергә тип кире япмаһын,
Ҡайғы еле килеп ҡаҡмаһын.
Юнир Һағынбаев, Радмир Туйсин, Айнур Туҡтаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1