Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Юнир Һағынбаев (Фәрит Яҡшиғолов) - Онотманым һине ауылым /минус/ | Текст песни

Фәрит Яҡшиғолов көйө
Абдулхаҡ Игебаев шиғыры

Күңелемә дауа кеүек була
Көндә һине иҫкә алыуым,
Нишләр инем әгәр был донъяла
Һин булмаһаң, тыуған ауылым?!

Хушлашҡанда, һиҙмәгәнмен икән
Йөрәгемдең һиндә ҡалыуын,
Ғүмер үткән һайын, мин нығырак
Һағынамын һине, ауылым!

Яҙмышымдың күрҙем күкрәүен дә,
Күрҙем йән тетрәткес дауылын,
Юлым ҡайҙа ғына юллыҡһа ла,
Онотманым һине, ауылым!

Хушлашҡанда, һиҙмәгәнмен икән
Йөрәгемдең һиндә ҡалыуын,
Ғүмер үткән һайын, мин нығырак
Һағынамын һине, ауылым!

Юҡҡамы ни һиңә ашҡыныуым,
Хиҫ ҡуҙында, бадрап яныуым,
Әсәм элгән бишектәрем һиндә,
Атам йорто һиндә, ауылым!

Хушлашҡанда, һиҙмәгәнмен икән
Йөрәгемдең һиндә ҡалыуын,
Ғүмер үткән һайын, мин нығырак
Һағынамын һине, ауылым!

Юнир Һағынбаев (Фәрит Яҡшиғолов) еще тексты


Другие названия этого текста
  • Юнир Һағынбаев (Фәрит Яҡшиғолов) - Онотманым һине ауылым /минус/ (0)
  • Юнир Һағынбаев - Онотманым һине ауылым (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3
Видео
Нет видео
-