Күк йөҙөндә талғын ғына осҡан
Торна тауыштарын ишетәм.
Һағыш менән үҙем яңғыҙ ҡалам,
Шул торналар менән һин китһәң.
Һынауҙар бит һәр кемгә лә килә,
Түҙергә шул, йәнем, көс кәрәк.
Мөхәббәттең әсе елдәренә
Түҙгәндәре була бик һирәк.
Өмөт һүнмәй, ҡоштарым да ҡайтыр,
Һағыш ҡына йәнде өҙгәләй.
Мин ышанам, береһен-береһе һөйгән
Йәндәр генә түҙә беләләр.
Юнир Сагинбаев еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1