ЯҘҒЫ СӘСКӘМ.
Рәфит Арыҫланов һүҙҙәре,
Рәдиф Зарипов көйө.
1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым,
Селтәр булып күкте ялмаған.
Эҙләйем һине,яҙғы сәскәм,
Аҡ томандар һине ҡаплаған.
Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ,
Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре.
Йөрәгемдең шишмәһе һин,
Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре.
2. Йондоҙҙарын һанай- һанай,
Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә.
Барлыҡ эштәремде ташлап,
Киләм әле һиңә бөгөн дә.
Кәрәк булһа,әгәр,сәскәм,
Бирермен йөрәгемде.
Йәлләмәйем һинең өсөн
Иң ҡәҙерле булған йәнемде.
3. Күрһәң,әгәр,һинең өсөн
Йөрәгемдә янған күмерҙе.
Әл дә Хоҙай һине биргән,
Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе.
Яҙғы ташҡын таныштырҙы,
Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр.
Бер- беребеҙгә терәк булып,
Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
Ян Лира и Лилия Биктимирова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1