ЙӘНЕМ МИНЕҢ
1. Яҙмыштарҙы бер ни күрмәй,
Япраҡ итеп ел уйната.
Күк көмбәҙе илай - ямғыр
Һинең сәстәрең сылата.
Тау артынан ҡояш ҡалҡып,
Көмөш айҙы алмаштырҙы.
Өйөрөлә бөтә донъя -
Ә мин hиңә ғашиҡ бары.
Ҡушымта:
Йәнем минең, hин йөрәгем.
Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем.
Мин ғашиҡмын, бәғеркәйем,
Һиндә генә ике күҙем.
2. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем -
Һөйөүебеҙ шундай көслө.
Айырылышыу беҙгә янамай,
Беҙ бер бөтөн кеүек төслө.
Тау артынан ҡояш ҡалҡып,
Көмөш айҙы алмаштырҙы.
Өйөрөлә бөтә донъя -
Ә мин hиңә ғашиҡ бары.
Ян Лира еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1