КИТӘҺЕҢ
Илфат Мырҙабулатов һүҙҙәре
һәм көйө.
Китәһең, минән алыҫ ҡалаға,
Бормалы юлдар менән.
Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта,
Атмаған таңдар менән.
Ҡушымта:
Ай, һағыш - ғүмер юлы,
Ҡаяла һары урман.
Һаҡмарымдың һылыуы,
Юлыңа ҡаршы төшәм.
Өҙгөләнмә, һине һөйәм, матурым,
Тик ҡыума яндарыңдан.
Юлдарыңа гөлдәр һибәм, матурым,
Ебәрмәм яндарымдан.
Китмә һин, һөйөклөм, кил яндарыма,
Саф мөхәббәт һин генә.
Ирәндектең иң матур сәскәһенән
Ҡалфаҡ үрәм мин һиңә.
Китәһең, минән алыҫ ҡалаға,
Бормалы юлдар менән.
Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта,
Атмаған таңдар менән.
------------------------------------------------
группа Ян Лира (http://vkontakte.ru/club20256158)
Ян Лира һәм Руслан Тимерланов еще тексты
Другие названия этого текста
- ♫ Ян Лира һәм Руслан Тимерланов - Китәһең http://vk.com/ilmir_zainullin (0)
- Ян Лира һәм Руслан Тимерланов - Китәһең (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1