ҺИҢӘ ТАБЫНАМ.
Эдуард Ишбаев һүҙҙәре,
Риф Арыҫланов көйө.
1. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан,
Йән - йәрем, торормон һүҙемдә.
Ай нуры яҡтыртһын юлыңды,
Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.
Ҡушымта:
Тик һиңә табынам, йән - йәрем,
Ҡулымдан төшөрмәм көҙҙәрҙә.
Ай нуры яҡтыртһын юлыңды,
Таң нуры балҡыһын күҙҙәрҙә.
2. Хистәрҙе һаҡлармын ғүмергә,
Өшөтмәм ел - ямғыр, буранда.
Хыялда күктәрҙә йөҙәмен,
Янымда бары һин булғанда.
3. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан,
Йән - йәрем, торормон һүҙемдә.
Ай нуры яҡтыртһын юлыңды,
Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.
Ян Лира еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2