Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,
Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.
Яратыуҙан янып һөйгәнемде
Шунда ғына аңлай башлайһың.
Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ
Утлы сәскә булып атһа ла,
Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең
Һуғарырға уны аҡһа ла –
Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:
Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,
Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,
Нәфрәтең дә етә – һуңлағас.
Рәми Ғарипов
Аҡйондоҙ еще тексты
Другие названия этого текста
- Аҡйондоҙ Азат Йыhаншин - Мин төшөмдә (1)
- Аҡйондоҙ - Мин төшөмдә (0)
- Азат Зиганшин - Мин төшөмдә (0)
- Азат Зиганшин - Мин төшөмдә (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1