Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Азамат Ғарипов башҡара (Рәми Ғариповтың улы). - "Ырғыҙ ҡыҙы" (һүҙҙәр белән) | Текст песни

ЫРҒЫҘ ҠЫҘЫ
Шауламаҫы, диңгеҙ, шулай,
Ярты төндә уятып!..
Ни ҡалған һуң һиңә былай,
Шомло уйҙар уйлатып,
Йөрәкһергә, болоҡһорға?..
Мин бит төш күрә инем:
Бер һылыу Ырғыҙ буйында
Толомон үрә ине...
Тәңкәләре, сулпылары
Сың-сың сылтырай ине;
Үҙ алдына ул мәңгелек
Бер йырҙы йырлай ине.
Аттан төшөп, юлсы егет
һалҡын һыу һорай ине.
һалҡын һыуын биргән саҡта
Ҡыҙ моңһоу ҡарай ине.
«Ниңә беҙҙең Ырғыҙ буйын
Алыштырҙың диңгеҙгә?
Төштә түгел, өнөңдә, ти,
Килсе, егет, кил беҙгә.
Ә һин.унда гәрәбәгә
Алмаштырып алтынды,
Төштә генә беҙҙең яҡҡа
Борғанһың, ти, атыңды...
Беҙҙәме, ти, йыр-моң бөткән? —
Китер инең шатланып!..»
Ә диңгеҙем шаулай һаман,
Шауламаҫы, шомланып!
Шауламаҫы, төнгө диңгеҙ,
Мин бит төш күрә инем:
Ил инәһе, ир бул, тиеп,
Миңә йән өрә ине!..

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-