Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм,
Ҡайғырма һис минең китгәнгә.
Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең бары
Аҡ ҡайынды әсәм иткәндә.
Баш осомда минең ултыртһындар
Ҡайғыһы аҡ булғаны аҡ ҡайын.
Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән
Бер көн килеп һөйләш, яҙ һайын.
Мин әйтермен, сабый япраҡ булып,
Бер генә һүҙ: \"Инәй! - күҙ нурым\".
Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер йыр,
Аҡ ҡайында - минең күҙ нурым.
Рәми Ғарипов
Азат Зиганшин еще тексты
Другие названия этого текста
- Азат Йыһаншин - Инәкәйем (0)
- Азат Зиганшин - Инәкәйем (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1