Башкортостан
Л.Һаҡмар шиғыры
Б.Тимербәков музыкаһы
Һүрелмәҫ йондоҙҙай балҡыйһың,
Рәсәйҙе йылытыр ялҡынһың,
Йәнемдәй ҡәҙерле ергенәм,
Күңелдән дан йырым түгелә.
------------------------------------------
Ҡушымта:
Уралым тауына һыйынған,
Ҡурайым моңона ҡойонған,
Нурлыстан, йырлыстан, гөлөстан,
Илгенәм, бергенәм,
Башҡортостан!
Егәрле, даланлы халҡың бар,
Донъяны шаулатыр даның бар,
Ғалимдар, шағирҙар төбәге –
Ил түрен биҙәрлек хаҡың бар.
Ҡушымта:
Уралым тауына һыйынған,
Ҡурайым моңона ҡойонған,
Нурлыстан, йырлыстан, гөлөстан,
Илгенәм, бергенәм,
Башҡортостан!
Йылғалар, күлдәрең, урманың,
Йыр-моңо урғылған ҡурайың,
Эй, ғорур башҡортом улдары,
Дан йырлап мин һеҙҙе ҙурлайым.
Ҡушымта:
Уралым тауына һыйынған,
Ҡурайым моңона ҡойонған,
Нурлыстан, йырлыстан, гөлөстан,
Илгенәм, бергенәм,
Башҡортостан!
Альфия Юлчурина еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2