Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым,
Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә.
Ялан сәскәләрен күргән һайын
Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.
Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан
Миңә гөлдәр бүләк итмәне.
Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә,
Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.
Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге,
Барыһы бар тик һин генә юҡһың,
Юҡтағылай ялан сәскәһе.
Тәүге күкрәү булып килдең дә һин,
Алып киттең бәхет күгенә,
Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып,
Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә...
Венер Камалов, Гөлдәр Ишҡыуатова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1