Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ильяс МАТЕО Киньягулов - Башкорт филологияхы факультеты гимны БДПУ (Минсылу Усманова хуззэре, Зухра Усманова койо) | Текст песни

1. БДПУ – Уҡыу йорто -
Танытмаһы башҡорттоң.
Беҙҙең башҡорт факультеты
Ғорурлығы баш йорттоң.
Ҡушымта:
Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан
Баш ҡалабыҙ Өфөгә.
Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат
Барыбыҙҙы бер ергә.

2. Халҡым телен өйрәнәбеҙ
Башҡорт факультетында.
Маҡсаттарға ирешәбеҙ.
Ошо уҡыу йортонда.

Һин уҡытҡан егет-ҡыҙҙар
Эшләй Башҡортостанда.
Хеҙмәт итә, һынатмайҙар
Рәсәйҙә лә, сит илдә.
Ҡушымта:
Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан
Баш ҡалабыҙ Өфөгә.
Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат
Барыбыҙҙы бер ергә.

3. Башҡорт теле – халҡым теле,
Боронғо тел, бөйөк тел.
Быуаттарҙан быуаттарға
Барып етәр ғәжәп тел.
Ҡушымта:
Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан
Баш ҡалабыҙ Өфөгә.
Йыйҙы беҙҙе оло маҡсат
Барыбыҙҙы бер ергә.

Другие названия этого текста
  • Ильяс МАТЕО Киньягулов - Башкорт филологияхы факультеты гимны БДПУ (Минсылу Усманова хуззэре, Зухра Усманова койо) (0)
  • Ильяс МАТЕО Киньягулов - Башҡорт филалогияһы факультеты гимны БДПУ (Минсылу Усманова хуззэре, Зухра Усманова койо) (0)
  • Ильяс Кинйәғолов - Йыйылдыҡ беҙ төрлө яҡтан Баш ҡалабыҙ Өфөгә (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-