Кешелек...Тәбиғәт....Тормош...Донъя...Иман....
Алла бөтәһен бер тигеҙ яратҡан
Һин тағы берҙе миңә әйттең үҙгәрәм тиеп яҡшы яҡҡа,
4-5 тапҡыр,хатта ҡыҙармайһың да минең алда.
Ҡабатлайһың шул уҡ хаталарыңды,
Мине түгел,үҙеңде алдайһың,ысынбарлыҡтан ҡасаһың.
Өлөш индерәләр,көн айын шулай кешеләр,
Донъя китһен өсөн кирегә,эшләйҙәр шайтанға,
Дөрөҫ юлдан тайпылып,фәрештә һулаҡай елкәңде тағы ауырайта,
Донъя һеҙҙең кеүектәрҙән яңғыҙая.
Алла бик үҙенсәлекле донъяны тыуҙырған,бөтәһен бер тигеҙ яратҡан,
Уның алдында кешеме,ҡырмыҫҡамы-бөтәһе бер баҫҡыста баҫып торған.
Тыуғандан алып донъяға мөхәббәт осҡондарын һалған,биргән иман,
Ләкин,кешеләр ниндәй юлдан барырға үҙе һайлаған.
Хәҙер до-донъябыҙ шаҡ ҡатҡан,(ке)-кешелеккә аптырай,
Бәләкәй генә матурлыҡты хатта әҙәм күрмәй.
Аҡсаға-(ға) ғашиҡ,шул яба-(ба)й ҡағыҙға,
Кешелек әле белмәй ниндәй етди уйынды тәбиғәт менән уйнай.
Тәбиғәттән,йәшәгән донъяңдан көслө булып маташма,
Беҙ беребеҙһеҙ бер кем дә түгел-уйла!
Аҡылдан шашма,Аллаға табын,ә түгел ташҡа,
Донъя булмаһын яңғыҙ,беҙ-бер тормош-аңла!
Тормошта һәр тере йән,бер-береһенә бәйләнгән,
Кәм түгел икенселәрҙән,тик айырабыҙ уларҙы эщтәренән,
Әммә әҙәм элек-электән кәмһеткән туғанын,ҡанын эскән,
кинолағы зомбиларға әйләнәбеҙ түгелме һуң ә?әәә
Әйтерһең дә йәшәйешкә донъя ситтән ҡараған,
Шулай картина күҙ алдына килә,
Кешелеккә ҡул һелтәгән,әйтерһең дә,ул-яңғыҙ,
Ер шарының бөтә матурлығын алмаштыра шул йәшел ҡағыҙ.
Нисек кенә булһа ла,һуң түгел бер ҡасан да,
Был донъя шуның өсөн имтихан ааа.
Кешелек Тәбиғәт Тормош Донъя Иман
Алла бөтәһен бер тигеҙ яратҡан.
Матурлыҡ ҡотҡарыр донъяны,шуның өсөн дә
күрергә кәрәк уны ошо тормошта,көсөңдө юғалтма
Кешелек айырылма донъянан
Алла бөтәһен бер тигеҙ яратҡан.
Тәбиғәттән,йәшәгән донъяңдан көслө булып маташма
Беҙ беребеҙһеҙ бер кем дә түгел-уйла!
Аҡылдан шашма,Аллаға табын,ә түгел ташҡа,
Донъя булмаһын яңғыҙ,
ЙыртҠыS еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1