Аҡ томандар... (Фәнзил Әҙелбаев һүҙ. һәм муз.)
Аҡ томандар араһында усаҡ яҡтым,
Аҙашмайса барып етһен - һөйөү хатым.
Таралһындар ауыр болот, шикле уйҙар.
Күрешеүҙе ашыҡтырыр етеҙ уйҙар...
Тик әйт кенә осор инем яндарыңа
Осҡан кеүек ҡояш нуры таңдарына,
Хыял алдан елә ҡағып ҡанаттарын,
Сиктән ашты һиңә булған һағыныуҙарым...
Усағымдың ялҡындарын елдәр тарай,
Саф хистәрҙең тоғролоғон йылдар һынай.
Күңел гөлөм ҡаршы торор дауылдарға
Таш ятһа ла, боҙ ятһа ла араларҙа.
Тик әйт кенә осор инем яндарыңа
Осҡан кеүек ҡояш нуры таңдарына,
Хыял алдан елә ҡағып ҡанаттарын,
Сиктән ашты һиңә булған һағыныуҙарым...
Калья еще тексты
Другие названия этого текста
- Калья - Аҡ томандар (0)
- "ҠАЛЪЯ" рок төркөмө - Аҡ томандар... (студийная запись) (0)
- Калья - Ак томандар (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1