Нәфисә Хәкимова көйө
Римма Кусимова һүҙҙәре
Онот мине әгәр булдыралһаң,
Онот һине өҙөлөп һөйгәнде.
Киткән юлдарыңдан күҙ алалмай
Ҡайтыр микән тиеп көйгәнде
Онот, онот һине һөйгәнде.
Онот мине, әгәр йәшәй алһаң
Минең һөйөү, минең наҙҙарһыҙ?
Йылы табалмаһаң йәндәреңә,
Күҙҙәремә килеп бағырһың,
Тик уларҙа йылы табырһың.
«Онот» — тиеү миңә еңел түгел,
Еңел түгел һинһеҙ йәшәүе.
Яндарыма килеп һинән башҡа,
Мин дә яңғыҙ тиеп әйт әле,
Еңел түгел яңғыҙ йәшәүе.
Лилия Букеева еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1