Утын бөтһә усағымда,
Күршем тиеп уға керәм.
Ут күршемдә йән йылыһы
Һайыҡмасағын мин беләм.
Ҡушымта:
Күрше менән гел дуҫ булып,
Йәшәйек беҙ ғүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
"Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы".
Башҡайыма ҡайғы төшһә,
Иң беренсе күршем белә.
Хәсрәтемде үҙ итеүсе,
Йыуатыусым - күршем була.
Ҡушымта:
Күрше менән гел дуҫ булып,
Йәшәйек беҙ ғүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
"Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы".
Йорт-еренә шатлыҡ килһә,
Иң беренсе күршем керә.
Ҡыуаныстар бәлешенән
Миңә лә ул өлөш телә.
Ҡушымта:
Күрше менән гел дуҫ булып,
Йәшәйек беҙ ғүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
"Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы".
Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы (4 тап.)
Ҡушымта:
Күрше менән гел дуҫ булып,
Йәшәйек беҙ ғүмер баҡый.
Онотмайса изге һүҙҙе:
"Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы".
Радик Динахметов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1