Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Тимеров Азамат - Ҡоштар оҙатырға һунланым | Текст песни

Ҡоштар оҙатырға һуңланым
Өй артында беҙҙең шишмәле күл,
Аҡсарлаҡтар төшкәс һананым.
Күргәнем бар яңғыҙ аҡсарлаҡтың
Беҙҙең күлдә тороп ҡалғанын.

Был көҙҙәрҙә ҡайталманым, әсәй,
Алыҫ-алыҫ урау юлдан мин.
Юҡһынмасы әле, тыуған яғым,
Ҡоштар оҙатырға һуңланым.

Әсәйемдең наҙлы күңелкәйе
Һығылып та өҙөлөп янғандыр.
Яңғыҙ ғына йәшен йотоп әсәй
Аҡсарлаҡтар оҙатып ҡалғандыр.

Юҡ, күрәһем килмәй ҡошсоҡтарҙың
Ояларын япраҡ күмгәнен.
Аҡсарлаҡтар оҙатырға тейеп
Хыялымда көн дә ҡайтам мин.

Тимеров Азамат еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2