Күҙҙең яуын алыр имән ауҙы
Шартлап ауҙы йәшен һуҡҡандай
Баш осонда гүйә ҡояш һүнде
Ёйтерһең дә ваҡыт туҡталды
Күк йөҙөнән төшкән турғай тубы
Йәнен алып осто йәннәттәргә.
Саралар юҡ ҡайтыр юлдар ябыҡ
Геү килешеп илап теләһәк тә.
Юҡһыналар һине урман-ҡырҙар
һине көтөп сусаҡ буҫыҡты.
Тауҙы тишеп сыҡҡан саф шишмәнән
Күҙ йәшендәй әсе һыу сыҡты.
Күк йөҙөнән төшкән турғай тубы
Йәнен алып осто йәннәттәргә
Саралар юҡ ҡайтыр юлдар ябыҡ
Геү килешеп илап теләһәк тә.
Араларҙан иртә киткәндәрҙән
Үкенестәр ҡала тауҙарҙай.
Был доньянан толҡа тапмаҫ йәндәр
Тынысланды икән ҡайҙарҙа
Урманшин Фәрүәз еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2