МАТУРЛЫҠ, ИЗГЕЛЕК, МӨХӘББӘТ.
Гульфия Юнусова һүҙҙәре, Урал Иҙелбаев көйө.
1. Ер йөҙөнә яралғандан бирле
Өс таяуҙа йәшәй кешелек.
Кешеләрҙе һәр саҡ кеше иткән,
Ер шарына яҡтылыҡ нур һипкән.
Матурлыҡ,
Мөхәббәт,
Изгелек.
2. Ерҙе күккә илаһи көс бәйләй
Көн дә ал таң булып атырлыҡ.
Аҙаштырһа тормош һуҡмаҡтары,
Дөрөҫ юл күрһәтә беҙгә бары :
Мөхәббәт,
Изгелек,
Матурлыҡ.
3. Ерҙе наҙлап, ҡояшлы яҙ килһә.
Йәшәреп китә тәбиғәт.
Беҙҙен ғүмерҙәндә йырҙар ҡалыр,
Киләсәккә һәр саҡ әйҙәп барыр.
Матурлыҡ,
Изгелек,
Мөхәббәт!
Флюра Чалыкош еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3