Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Шарафутдинов Рифат - Ауылымдын изге карттары (З.Нагаева) | Текст песни

Ауылымдың изге ҡарттары
Сәләм биреп, сәләм алып уҙам
Ауылыма ҡайтҡан саҡтарҙа.
Һирәгәйә бараһығыҙ шул инде
Ауыл йәме булған ҡарттарым.

Һаҡлайыҡ, тимен, һаҡлайыҡ әле бер аҙ
Ғүмерҙәрен ошо заттарҙың
Тыуған яҡтың тере хәтерҙәре -
Ауылымдың изге ҡарттары.

Афәттәрҙе еңгән бабайҙарым,
Һағыштарға түҙгән әсәйҙәр,
Яралары һыҙлап-һыҡрап яна,
Һуғыш күрмәһен тип балалар.

Йырлап үҫтем, тыңлап үҫтем һеҙҙе,
Ауылымдың моңло ҡарттары.
Еңеүҙәргә алып килгән йырҙар -
Һеҙҙең йәшлектәрҙең йәдҡәре.

Оҙағыраҡ йәшәгеҙ һеҙ күреп
Тормоштарҙың матур саҡтарын.
Тыныс көндәр, имен йылдар көтһөн
Ауылымдың изге ҡарттары.


Шарафутдинов Рифат еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2