Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Ян Лира - Туйға теләк (Башкирская) | Текст песни

ТУЙҒА ТЕЛӘК

Зилә Лира һүҙҙәре,
Билдәһеҙ автор көйө.

Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын, яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!

Ҡушымта:
Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар!
Атай - әсәй, дуҫ - туғандар
Табынға йыйылғандар!
Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк:
Бирһен Хоҙай күрешергә
Беҙгә алтын туйҙарҙа!

Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш,
Һомғол, зифа буйығыҙ!
Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ,
Тик бәхетле булығыҙ!
Татыулыҡта, именлектә
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Пар ҡанатлы мөхәббәттең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!

Табышып ҡауышҡанһығыҙ,
Һүрелмәһен тойғоғоҙ!
Тормош юлын етәләшеп,
Йәнәш кенә уҙығыҙ!
Ел - буранда, ҡараңғыла
Бер - үк, һеҙ аҙашмағыҙ!
Ярты юлда өҙөлмәһен
Мөхәббәтле йырығыҙ!

------------------------------------------------
группа Ян Лира (http://vkontakte.ru/club20256158)

Другие названия этого текста
  • Башкирские песни Ян Лира - Туйға теләк (Пожелания к свадьбе) (3)
  • Ян Лира - бэхетле булыгыз (1)
  • Ян Лира - Туйға теләк (Башкирская) (0)
  • Башкирские песни Ян Лира - Туйға теләк (0)
  • ♂Ильнур™ - Туйга телак. (0)
  • башкорт - Туйға теләк (Пожелания к свадьбе) (0)
  • Ян Лира Башкирская песня - Туйға теләк (0)
  • Ришат Тухватуллин - Туйға теләк (0)
  • Ян Лира - Туйга телак (0)
  • Свадебные песни Ян Лира - Туйға теләк (0)
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-